четверг, 27 октября 2011 г.

Сүриә оппозицияһы Рәсәйҙе ғәйепләй.



”Рәсәйҙең ярҙамы менән Асад режимы донъяның тыныслыҡ күгәрсендәрен үлтерә һәм зәйтүн ботаҡтарын яндыра”,-тип яҙылған Сүриәләге манифестацияла ҡатнашыусыларҙың транспаранттарында.
Һуңғы алты айҙың һәр йомаһындағыса ошо йомала ла тиҫтәләгән мең кеше, президенттың отставкаға китеүен һәм кисекмәҫтән реформалар башлауҙы талап итеп, Сүриә ҡалалары урамдарына сыҡты.
Сүриә революцияһының оппозициялағы Координация советы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә генә хөкүмәткә ҡаршы сығыусыларҙың 25-е үлтерелгән.
Хомс провинцияһында хәрби булмаған 7 кеше һәләк булған, шуларҙың икәүһе – балалар. Илдең көнбайышында, Растан ҡалаһында, Сүриә армияһы һәм хәрби дезиртирҙар араһында аяуһыҙ алыштар бара.
Үҙ сиратында, рәсми мәғлүмәт саралары Растанда һәм башҡа ҡалаларҙа “ҡораллы террористар”ҡулынан һәләк булған 10 һалдат хаҡында хәбәр итә.
Сүриә оппозицияһы хәбәр итеүенсә, тап Рәсәйҙең позицияһы арҡаһында БМО-ның Хәүефһеҙлек советында бер нисә аҙна инде Асад режимының эштәрен ғәйепләүсе резолюция ҡабул ителмәй. Резолюцияның сираттағы проекты киләһе шишәмбенән дә ҡалмай тауышҡа ҡуйыласаҡ.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий