Төркиәлә ер тетрәүҙән зыян
күргән меңләгән кеше палаткалы лагерҙарҙа көн күрә. Улар араһында ер тетрәүҙе
бер нисә тапҡыр кисергәндәр ҙә бар.
Серхан Озлемез euronews хәбәрсеһенә өс тапҡыр
үлемдән ҡалыуы тураһында һөйләне:
“Был мин үткәргән өсөнсө ер
тетрәү: тәүгеһе 1999 йылда Адапазарҙа, икенсеһе шул уҡ йылды Дюзджда һәм бына
өсөнсөһө Ванда булды.
Тәүгеһендә ер тетрәү төндә
башланды. Мин бәйләнсек серәкәйҙең тешләүенән уянып киттем, шул арҡала ғына
иҫән ҡалдым.
Дюзджда беҙ эшҡыуарлыҡ
үҙәгендә эшләнек һәм ер тетрәү алдынан ғына унда барырға тейеш инек.
Был юлы Ванда бинаның алтынсы
ҡатында буяу эштәре менән мәшғүл инек. Бинаның һелкенә башлауын тойғанда, һуң
ине инде. Беҙ аҙағына ҡәҙәр көтөргә булдыҡ.”
Мәғлүмәттәр буйынса 500 кеше
һәләк булған, 1350 кеше дауаханаға эләккән. Ван провинцияһында 3 000 йорт
емерелгән, 600 000 самаһы кеше торлаҡһыҙ ҡалған.
Copyright © 2011 euronews
Комментариев нет:
Отправить комментарий