пятница, 28 октября 2011 г.

Төркиәнең премьер- министры: “Беҙ ғәйебебеҙҙе таныныҡ.”



Дүртенсе төн инде Төркиәнең Ван провинцияһында ер тетрәүҙән зыян күреүселәр палаткаларға эйә булырға тырыша. Кешеләр сәғәттәр буйы сираттарҙа тора һәм күптәре буш ҡул менән китә. Аҙыҡ- түлек, йылы кейемдәр етмәй, ә бит синоптиктар ҡар төшәсәге хаҡында хәбәр итә. Урындағы полицейскийҙар гуманитар ярҙам тейәлгән бер нисә йөк машинаһы таланыуын раҫланы.
Ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүгә Төркиә властары  17 миллион доллар бүлде. Тик властарҙы ярҙамды насар ойоштороуҙа һаман ғәйепләйҙәр. Етешһеҙлектәрҙе премьер Эрдоган үҙе лә инҡар итмәне:
“Ер тетрәүҙең беренсе көндәрендә беҙ эште тейешле кимәлдә ҡора алманыҡ. Хаталарыбыҙҙы аңланыҡ, әммә ошондай ҙа ҙур һәләкәттән һуң был ғәҙәти күренеш.”Ул шулай уҡ палаткаларға ҡытлыҡ булмаҫҡа тейешлеге хаҡында әйтте. 17 мең- “был артығы менән етерлек,-”тип белдерҙе премьер.
Үҙ көсөнә ныҡлы ышанған Анкара ер тетрәүҙән һуң тиҫтәләгән илдең, шулай уҡ Рәсәйҙең дә ярҙамынан  баш тартҡайны. Әммә оҙаҡламай Эрдоган ҡарарын үҙгәртте һәм хатта Израилдең дә гуманитар ярҙам самолеттарын ҡабул итергә ризалыҡ бирҙе.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий