пятница, 14 октября 2011 г.

Сүриәлә ҡорбандар һаны 3 меңдән артты.



Сүриә ҡалаларының халҡы оппозиция яғына сыҡҡан хәрбиҙәрҙе яҡлап сыҡты. Ҡаршылыҡ акцияларының традицион көнө йомала улар манифестация үткәрҙе. Армия һәм демонстранттар ҡайтанан бәрелешкән ваҡытта БМО- ның ҡасаҡтар буйынса комитеты Сүриәләге сыуалыш ҡорбандары 3 меңдән ашып китеүе хаҡында яҙып сыҡты.
“Оппозиция яғына сыҡҡан офицерҙар һаны, ысынлап та, арта бара,- тип хәбәр итә Растан ҡалаһының оппозиция вәкиле Әбдел Рәүеф Дәрүиш.-Был күренеш ике яҡлы: ҡайһы бер ҡалаларҙа һалдаттар халыҡҡа атыуҙан баш тарта, оппозиция яғына сығыусы хәрбиҙәр ҙә күп. Артабан да был феномен үҫәсәк, йәшәп килгән ҡоролошҡа ҡурҡыныс тыуҙырасаҡ.”
Шул уҡ ваҡытта Башар Асад хөкүмәте тыныс халыҡҡа һәм реформалар үткәреүгә янаған “террористик бандалар”менән көрәш алып барыуы хаҡында һөйләй.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий