пятница, 14 октября 2011 г.

Сан- Хосе шахтаһында таусыларҙы ҡотҡарыуҙың йыллығын билдәләнеләр.



Ер аҫты тотҡонлоғонан ҡотолоуҙы Чилиҙың  Сан- Хосе таусылары һәм уларҙың туғандары тантаналы рәүештә билдәләне. Шахта емерелгәндән һуң 700 метр тәрәнлектә 69 көн ер аҫтында үткәргән 33 шахтерҙы 2010 йылдың 13 октябрендә күтәрҙеләр.
Таусыларҙы күтәргән ерҙә буласаҡ һәйкәл фундаментына тәүге таш һалынды. Тантанала Чилиҙың хеҙмәт министры Лоуренс Голборн да ҡатнашты. Ул бер йыл элек  тау тоҡомдары сығарыу министрлығын етәкләгәйне.
Чилиҙа бөгөн таусыларҙы ҡотҡарыу буйынса уникаль операцияла ҡатнашҡандарҙы ла иҫкә төшөрҙөләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ер өҫтөнә күтәрелгән бөтә шахтерҙар ҙа был көндө билдәләй алманы- ҡәҙимге тормошҡа ҡайта алмағандар ҙа бар. 33 кешенең береһе генә йәнә шахтала эшләй, береһе төрмәлә ултыра, наркоманиянан дауаланыусылар ҙа бар.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий