четверг, 13 октября 2011 г.

Яңы Зеландияла нефть диңгеҙе.



”Был ваҡиға шул ҡәҙәр киң ҡолас алды-  беҙ хәҙер Яңы Зеландия тарихындағы иң ҙур һәләкәт хаҡында һүҙ йөрөтөргә мәжбүрбеҙ.”
Тирә- яҡ мөхитте һаҡлау министры Ник Смиттың был белдереүе Яңы Зеландия властарының рифҡа килеп бәрелгән йөк ташыусы “Рена”һәләкәтенең эҙемтәлеренә хәүефләнеүен асыҡ сағылдыра. Ярыҡ цистернанан яғыулыҡ ағып сыға башлаған. Уны һурҙырып алырға тырышыу уңышһыҙ булған. Көслө ел, дүртәр метрлыҡ тулҡындар арҡаһында эште туҡтатырға тура килгән.
Ваҡиғалар барған урындан Яңы Зеландия журналисы Эндрю Мак Рае хәбәр итә: “Бөтә нәмә диңгеҙ ихтиярына буйһоноп эшләнә. Бортта әле бер кем дә юҡ. Төн. Нимә булғанын күрерлек түгел. Бактарҙа яғыулыҡ ҡалған. Ике көн элек 1 700 тонна яғыулыҡты һурҙырырға ниәтләгәйнеләр, тик шунда уҡ проблемалар килеп сыҡты, 11 тонна самаһын ғына һурҙыра алдылар. Танкерҙың кире әйләнеп килеүе һауа торошона бәйләнгән. Яғыулыҡты бер нисә тәүлектән һуң ғына һурҙыра башларҙар, моғайын.”.
Яңы Зеландияның Диңгеҙ администрацияһы мәғлүмәттәре буйынса, диңгеҙгә 150-нән 350 тоннаға ҡәҙәр нефть түгелгән. Һәм уның ағыуы туҡтамай. Биш километрлыҡ нефть табы яр буйҙарына килеп еткән. Уны таҙартыу өсөн Яңы Зеландия властары 300 хәрбиҙе эшкә йәлеп иткәндәр, зыян күргән хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәге лә булдырылған.
”Донъяның төрлө мөйөштәренән килгәндәр бындай матурлыҡты һис ҡасан күргәндәре булмауы хаҡында һөйләйҙәр ине,- ти бындағы балыҡсы.- Эфир аша һөйләргә ярамаһа ла әйтәм: бында бөтәһе лә асыулы.”
Яңы Зеландияның премьер- министры Джон Кей был ваҡиғала уҫал ниәт күрә. “Кешеләр риф хаҡында белгәндәр һәм төндә, тымыҡ һыуҙа бер сәбәпһеҙ килеп бәрелгәндәр. Ни өсөн икәнен беҙ белергә тейеш,”- тине ул.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий