Бер нисә аҙна инде Сиртты
яуларға маташҡан Милли күсеш советы подразделениелары Каддафи яҡлыларҙың көслө
уты аҫтында бөгөн сигенергә мәжбүр булды. Улар, һуңғы ике көндә яуланған
кварталдарҙы ҡалдырып, ике километрға сигенделәр. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр
буйынса, каддафистар, ҡаланы артабан һаҡлауҙың мәғәнәһен күрмәй, Сиртты
ҡалдырып, партизан һуғышына күсергә булғандар.
Каддафи улдарының береһе- милли
хәүефһеҙлек советнигы посын биләгән Муаттасимдың ҡулға алыныуы хаҡында һүҙ
йөрөгәйне. Кесаҙна көн “Әл- Жәзир”телеканалы хәбәр итеүенсә, Милли күсеш советы
башлығы Мостафа Әбдел Йәлил уны кире ҡаҡҡан.
Ливияның баш ҡалаһында иһә
тыныс тормош яйға һалына башланы. Урамдарҙа ҡораллы кешеләрҙе күрергә мөмкин,
әлбиттә, әммә атыш- фәлән юҡ. Көндәлек тормош мәсьәләләре тәүге планға сыға
бара.
Copyright © 2011 euronews
Комментариев нет:
Отправить комментарий