четверг, 13 октября 2011 г.

Бутан короле өйләнде.



 Бутан короле Джигме Кхесар Намгьял Вангчук өйләнде. 31 йәшлек монарх 21 йәшлек студент ҡыҙҙы- Джетсун Пенаны һайланы. Никахлашыу йолаһын улар короллектең боронғо баш ҡалаһы Пунакхела буддизм традицияларына ярашлы итеп уҙғарҙылар.
Яңы королева- граждандар авиацияһы пилотының ҡыҙы. Һөйгәне менән йәрәшеүе хаҡында король ошо йылдың майында парламентта хәбәр итте.
Король туйы урындағы халыҡта ла, сит ил туристарында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Оҙаҡ йылдар ил тышҡы донъянан бикләнеп йәшәне, тик һуңғы ваҡытта унда демократик үҙгәртеп ҡороуҙар башланды.
Шуныһы ҡыҙыҡ: байлыҡ бында ВВП берәмектәре менән түгел, ә дөйөм милли бәхет берәмектәре менән үлсәнә. Һөйөклө монархының туйы осоронда Бутан халҡында был берәмектәр ифрат артып киткән тиҙәр.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий