среда, 12 октября 2011 г.

Газала тотҡондарҙың иреккә сығыуын көтәләр.



 Газа урамдарында байрам. Бында йөҙләгән тотҡондоң ҡайтыуын көтәләр. Улар араһында, ХАМАС етәкселәре әйтеүе буйынса, әле булһа Израиль төрмәләрендә ултырған 27 фәләстин ҡатын- ҡыҙы.
“Ҡыҫҡаса әйткәндә, килешеү шарттары буйынса 1 000 ир- ат һәм 27 ҡатын- ҡыҙ иреккә сығарыласаҡ. Алмашыу ике этаптан торасаҡ: аҙна эсендә 450 кеше ебәреләсәк, аҙаҡ ике ай эсендә 550 кеше үҙ өйҙәренә ҡайтасаҡ. Йәмғеһе 1027 ир- ат һәм ҡатын- ҡыҙ,-”тип хәбәр итте ХАМАС политбюро председателе Халит Машаль.
ХАМАС вәкилдәренең һүҙе буйынса, алмашыуҙың техник деталдәре тураһында ғына һөйләшәһе ҡалған. Израиль төрмәләрендә израиллеләргә һөжүм итеүҙә ғәйепләнгән Палестина автономияһының 7 000 самаһы кешеһе ултыра. Уларҙың 800-ө ғүмерлеккә ултыртылған. Иреккә сығыусыларҙың аныҡ исемлеге әлегә төҙөлмәгән.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий