среда, 12 октября 2011 г.

Яңы Зеландия ярҙарында емерелгән судно капитаны ҡулға алынған.



Яңы Зеландия ярҙарында рифҡа бәрелгән контейнер ташыусы “Рена”ның һәләкәте ҙур экологик зыян һалыуы бар. Илдең премьер- министры Джон Киҙың хәбәр итеүенсә, судно корпусы ватылған һәм шторм шарттарында уның тағы ла нығыраҡ емерелеүе бар:
“Диңгеҙҙәге был экологик һәләкәт Яңы Зеландия өсөн бик ҡурҡыныс булыуы мөмкин. Ул ошо районда йәшәгән кешеләрҙең тормошон хәүеф аҫтына ҡуя.”
Яңы Зеландия властары Ренакапитанын ҡулға алғандар. Уны судноны һаҡсыл йөрөтмәүҙә, урынһыҙға хәүеф тыуҙырыуҙа ғәйепләҙәр. Судно бортында 1,5 мең тоннанан ашыу мазут бар. Әгәр корпустағы ярыҡ ҙурайһа, бөтә ағыулы матдәләр диңгеҙгә ағып сығасаҡ.
“Башҡалар кеүек минең дә асыуым килә,- ти урындағы халыҡ вәкиле.- Суднонан йөктө әле булһа алмағандар. Беҙ бында , Яңы Зеландияла бер нәмә лә эшләй алмайбыҙмы ни? Өҫтәүенә судноның киҫәктәргә ярылып бөтәсәге хаҡында билдәле булды.”
Эксперттарҙың иҫәпләүенсә, диңгеҙгә 300 тонна мазут ағып сыҡҡан. Яңы Зеландияның иң күркәм Пленти ҡултығында нефть табы ҙурая бара.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий