среда, 12 октября 2011 г.

Мең фәләстинға бер Шалит.



Израиль хөкүмәте Гилад Шалитты мең фәләстин тотҡонона алмаштырырға ризалыҡ бирҙе. Хәбәр итеүҙәренсә, биш йыл әсирҙә булған танкист яҡын көндәрҙә өйөнә ҡайта аласаҡ. ХАМАС менән килешеү Мысыр һәм Германияның әүҙем ҡатнашлығы ярҙамында төҙөлдө.
Улдарын азат итеү өсөн һалдаттың ата- әсәһе алып барған оҙайлы кампания тамамланыуға бара.
Күп кенә Израиль политиктары белдереүенсә, Шалитты шул ҡәҙәр күп тотҡондарға алмаштырыу- ярамаған эш, сөнки йорттарына ҡайтҡан боевиктар йәһүд дәүләте хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс тыуҙырасаҡ. Израиль хөкүмәте иһә килешеү һәйбәт шарттарҙа төҙөлдө тип иҫәпләй:
“Тәҡдим дөрөҫ ҡуйылды тип уйлайбыҙ. Хәүеф кәмейәсәк, һәм Гилад Шалит үҙ өйөнә, ғаиләһенә, Израилгә ҡайтасаҡ,-”тип белдерҙе Израиль кабинеты вәкиле.
Гилад Шалит 2006 йылдың 25 июнендә, фәләстин боевиктары көтмәгәндә блок- посҡа һөжүм итеп, танкыһын сафтан сығарғас, әсирлеккә эләгә.
Уның яҙмышы Израилдә һәм сит илдәрҙә ҙур иғтибар үҙәгендә булды.

Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий