вторник, 4 октября 2011 г.

Джордж Сорос “риза булмағандар” менән ризалаша.



“Риза булмағандар”хәрәкәте, Америкаға килеп етеп, АҠШ ҡалалары халҡы араһында яҡлау тапты. Студенттарҙың “Уолл Стритты оккупациялау”акцияһы өс аҙна элек Нью-Йорктың эшлекле үҙәге Манхэттенда үтте. Йәштәр эшһеҙлек проблемаһына, юғары хаҡтар һәм кризис осорондағы тормоштоң башҡа социаль аспекттарына властарҙың иғтибарын йүнәлтергә тырышты.
Әйтергә кәрәк, америкалыларҙың төрлө ҡатламдары был акцияға теләктәшлек белдерҙе. Мәҫәлән, миллиардер һәм финансист Джордж Сорос аҡсалары кризис ваҡытында зыян күргән банктарға китеп торған “налог түләүселәрҙең ризаһыҙлығын аңлайым" , тип белдерҙе.
”Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенең бәләкәй генә бизнесы булғандар кредит карталары менән түләү операциялары өсөн хаҡтарҙың үҫеүен ( 8-ҙән 28%- ҡа ҡәҙәр) үҙ елкәһендә татыны”,- тине ул.
Ҡала администрацияһы бинаһы алдында бөгөн Лос- Анджелес халҡы ла лагерь ҡорҙо. Ҡаршылыҡ демонстрацияһы Чикагола ла булды, хөкүмәттең социаль политикаһы менән риза булмағандар Бостондың тарихи үҙәге буйлап марш менән үттеләр.
Иң ҙур ҡаршылыҡ акцияһы шәмбе көн Нью-Йорк үҙәгендә үтте. Манифестацияла ҡатнашыусылар автомобиль хәрәкәтенең юлын быуғас, полиция ҡыҫылырға мәжбүр булды. 700 кеше ҡулға алынды, ләкин һуңғараҡ уларҙың барыһын да кире ебәрҙеләр.
Нападения отвечает
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий