Израилдең төньяғындағы Түбә-
Зәнгриә тип аталған ғәрәп ауылында, дүшәмбегә ҡаршы төндә мәсет янып киткәндән
һуң, тәртиһеҙлектәр башланған.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса,
утты уң экстремистар төрткән.
Был хәлде тикшереүсе хәүефһеҙлек
хеҙмәте вәкилдәрен йәш ғәрәптәр таштар менән бәргеләргә маташҡан.
Сыуалыштар башланып китеүҙән
шикләнеп, полиция хәүефһеҙлек сараларын күрә.
Израилдең премьер- министры
Биньямин Нетаньяху, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәйеплеләрҙе табып, яза бирергә ҡушҡан.
Уның һүҙҙәре буйынса, дин иреклегенә ҡул һуҙғандарға Израилдә урын юҡ.
Нетаньяху йәкшәмбе көн
Иерусалимда яҡын көнсығыш квартеты шарттарын ҡабул итеүе хаҡында әйтте. Ул
палестиналыларҙы һөйләшеүҙәр башларға саҡырҙы. Тегеләр иһә йәһүд йорттарын
төҙөүҙе туҡтатыуҙы һәм 1967 йылғы сиктәрҙе таныуҙы талап итәләр.
Регионға АҠШ-тың оборона
министры Леон Панетта килде. Ул самолет бортында журналистарға Израилдең Яҡын
Көнсығышта изоляцияла ҡала барыуы хаҡында белдерҙе.
Copyright © 2011 euronews
Комментариев нет:
Отправить комментарий