Мадрид уҡытыусылары эш
ташланы. Баш ҡаланың урта мәктәптәрендә эшләгән 17 000 уҡытыусы урындағы
властарҙың мәғариф сығымдарын ҡыҫҡартырға йыйыныуына ҡаршы сыҡты.Уларға ата- әсәләре
менән мәктәп уҡыусылары ла ҡушылды. “Башҡаса ҡыҫҡартыуҙар булмаһын!” , “Белем
биреү- сығым түгел, ә инвестиция!”-тип ҡысҡырҙы плакаттар тотҡан
демонстранттар.
Ҡаршылыҡ акцияһында
ҡатнашыусылар бына нимә тип һөйләне:
“Беҙ бында дәүләт мәғарифын
яҡларға сыҡтыҡ. Белем алыуға инвестиция- ул киләсәккә инвестиция, әгәр Испания
быны аңламай икән, уға Европала урын юҡ.”
“Бөтә эшләгән эштәре-
ҡыҫҡартыу, оят уларға. Әгәр быны туҡтатмаһалар, хәлдәр яҡшырмаясаҡ. Прогресҡа ынтылабыҙ
икән, мәғарифҡа аҡса йәлләмәҫкә кәрәк.”
Мадрид автономияһы властары
мәктәптәрҙә штатты ҡыҫҡартыу инициативаһы менән сығыш яһаған. Ул ҡыҫҡартыуҙарға
3 000 кеше дусар буласаҡ. Бынан тыш мәктәп уҡытыусылары 2 сәғәткә күберәк
эшләргә мәжбүр буласаҡ. Ошондай саралар иҫәбенә баш ҡала властары 80 миллион
евро экономияларға ниәтләй.
Copyright © 2011 euronews
Комментариев нет:
Отправить комментарий