вторник, 4 октября 2011 г.

Триполиҙа Британия һәм Италия илселектәренә һөжүм яһалды.



Муаммар Каддафи яҡлылар Триполиҙа Бөйөк Британия һәм Италия илселектәренә һөжүм яһаны. Дипмиссияларға яһалған зыяндың күләме әлегә билдәһеҙ. Күреүселәр хәбәр итеүенсә, Италия илселеге бинаһы өҫтөнән төтөн күтәрелә.
Лондон һәм Рим кисекмәҫтән рәсми протест белдерҙе. Италияның сит ил эштәре министрлығы хәбәр итеүенсә, Ливия властары “халыҡ- ара элементар йөкләмәләрҙе”үтәмәйҙәр. Бөйөк Британия киләһе тәүлектәрҙә Ливия илсеһен илдән ҡыуырға ҡарар итте. Үҙ сиратында, БМО үҙ хеҙмәткәрҙәрен эвакуациялай башлауы тураһында белдерҙе.
Епископ Джованни Мартинелли, Рим католик сиркәүенең Ливия баш ҡалаһындағы вәкиле, Муаммар Каддафиҙың кесе улы Сәиф әл- Арабиҙың һәм уның өс балаһының йәкшәмбегә ҡарай төндә НАТО авиацияһы һөжүме ваҡытында һәләк булыуын раҫланы. Элегерәк Йәмәхириә башлығының улы үлеүен Ливия хөкүмәте лә хәбәр иткәйне. Вафат булыусыларҙың кәүҙәләре ятҡан ергә төрлө дини конфессияларҙың вәкилдәре саҡырылды. Улар Ливияны бомбаға тотоуҙы туҡтатырға саҡырҙылар, сөнки бомбалар аҫтында бер ғәйепһеҙ халыҡ ҡырыла.


НАТО Каддафи ғаиләһе ағзаларының үлемен раҫламаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий