Меңләгән кеше йома көн,
христиандар һәм мосолмандарр араһында “милли берҙәмлек”кә саҡырып, Мысыр
революцияһы көндәрендә бөтә донъяға билдәле булып киткән Ҡәһирәнең Таһрир
майҙанына сыҡты.
Уҙған ял көнө, илдең төп ике
динен тотоусылар араһындағы бәрелеш ваҡытында 15 кеше һәләк булып, 200-ҙән
ашыуы яраланғандан һуң, конфессиялар араһындағы ҡаршылыҡ мәсьәләһе тәүге планға
сыҡты.
“Мин бында ике сәбәп буйынса,-ти
акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе,- тәүге нәүбәттә мосолмандар һәм христиан-
копттар берҙәмлеге өсөн сығыш яһайым, икенсенән, Палестина халҡына теләктәшлек
белдерәм. Мысырҙың мосолмандары һәм христиандары Палестинаны сионизмдың
ғәҙелһеҙлегенән ҡотҡарасаҡ.”
Палестинаны ҡотҡарыу йәки һис
булмаһа ҡотҡарырға саҡырыу- ял көндәренә планлаштырылған Ҡаһирәнең Таһрир
майҙанынан Газа секторына ике көнлөк марштың маҡсаты шундай ине.
Әйтергә кәрәк уны үткәреү
икеле: Мысыр властары Синай ярымутрауына юлды яптылар.
Маршты Һәләкәт көнөнә ( “Накба”)
тәғәйенләп үткәрергә ниәтләгәйнеләр. Ғәрәп илдәрендә ул 15 майҙа, 1948 йылда
нигеҙ һалынған Израиль дәүләте йыллығынан һуң үткәрелә.
Copyright © 2011 euronews
Комментариев нет:
Отправить комментарий