понедельник, 10 октября 2011 г.

Греция дефициты рамкаларға һыймай.



Бөгөн Греция хөкүмәте парламентҡа дефицитты кәметеү саралары пакетын тапшырасаҡ. Ул саралар эсендә бюджет өлкәһендә эшләүсе 30 мең кешене эштән бушатыу ҡаралған.
 Греция финанс министрлығы белдереүенсә, төрлө саралар ҡулланыуға ҡарамаҫтан, дефицит рамкаларға һыйып бөтмәй. Йәкшәмбе көн хөкүмәт кисектергеһеҙ ултырышта киләһе йылға бюджет проектын раҫланы; дефицит күпкә булмаһа ла, кредиторҙар менән килешелгән күләмдән артты.
Афинаның дипломатик фронтында, күршеләрен ҡуйылған талаптарҙың тулы кимәлдә үтәлеүенә ышандырыр өсөн, мөмкин булғандың барыһын да эшләйҙәр.
Быйылғы өс айҙың сығымдары килем рамкаларына һыйып бөтә алмай: бер проценттан ашыу күберәк килеп сыға. Әммә бында ла нөктә ҡуйырға иртәрәк. Хөкүмәттең белдереүенсә, нәтижәнең ниндәй буласағы “бөтә процедураларҙың үтәлешенә, йәмғиәттең һәйбәт реакцияһына бәйле”буласаҡ.


Йәмғиәт башҡасараҡ ҡабул итә: туҡтауһыҙ ҡыҫҡартыуҙар, эштән сығарыуҙар, хеҙмәт хаҡын кәметеүҙәр гректарҙы битараф ҡалдырмай- илдә көн һайын ҡаршылыҡ акциялары, демонстрациялар булып тора. Хатта налог түләүҙән баш тартырға, хөкүмәт ҡарарҙарына аяҡ салырға саҡырыусылар ҙа бар.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий