понедельник, 10 октября 2011 г.

Яңы Зеландия: экологик һәләкәт янай.



Яңы Зеландиялағы нефть табы туристар араһында популяр булған Маунт- Маунгануи ҡалаһы яр буйҙарына барып еткән. Нефть Либерия флагы аҫтындағы контейнер ташыусы судноның рифҡа килеп бәрелеүе арҡаһында ағып сыҡҡан. Бортта 1 700 тонна нефть һәм 200 тонна дизель яғыулығы бар. Бер нисә тиҫтә тонна ағып сыҡҡан да инде.

Евроньюс хәбәрсеһе телефон аша  урындағы кеше менән бәйләнешкә керҙе. Балыҡсы Бэрри Коннолли бына нимә һөйләне:

“Был риф менән бәрелешкәндәрҙең барыһы ла яуапҡа тарттырылырға тейеш. Аҡлау булырға тейеш түгел. Риф бөтә диңгеҙ карталарына ла төшөрөлгән, эргәләге утрауҙа маяҡ бар. Судноға заманса ҡорамалдар ҡуйылған. Бындағы кешеләр бик асыулы һәм уларҙы аңларға була. Властар аҡрын ҡуҙғалдылар. Һәләкәт булған ергә икенсе көндө үк  яғыулыҡты һурҙырыу өсөн танкерҙар, башҡа суднолар килер тип уйлағайныҡ. Әммә бындай эштәр ҙур ойоштороу эштәре талап итәлер инде. Өҫтәгеләрҙән кем дә булһа был эште яйға һалыр, тип өмөтләнәм.”

Махсус командалар нефть продукттарын һурҙырыуҙы ял көнө башланы, тик  көслө ел, бейек тулҡындар арҡаһында операцияны туҡтатып торорға тура килгән.

Һәләкәт Яңы Зеландияның Тауранг портынан 12 миль йыраҡлыҡта  булған. Был районға экологик һәләкәт янай.

Copyright © 2011 euronews



Комментариев нет:

Отправить комментарий