вторник, 11 октября 2011 г.

Суд ҡарары- ете йыл төрмә һәм 140 миллион евро компенсация түләү.



Ете йылға иркенән мәхрүм итергә һәм милли “Нафтогаз”компанияһына 140 миллион евро түләтергә- Украинаның элекке премьерына Киевтың Печерский суды ошондай хөкөм сығарҙы.
Суд Юлия Тимошенконы, 2009 йылда Рәсәй менән газ контрактына ҡул ҡуйғанда,  властан артыҡ файҙаланыуҙа ғәйепле тип тапты.
Нафтогаз Юлия Тимошенко премьер- министр булған осорҙа дәүләт 140 миллион евро табышын юғалтты, тип иҫәпләй ( Әлеге мәлдә Киев Мәскәү менән 10 йылға иҫәпләнгән ул килешеүҙе ҡайтанан ҡарарға маташа ). Шулай уҡ уға 3 йыл дауамында рәсми вазифалар биләү тыйыла.
Суд ҡарары уҡып ишеттерелгәндән һуң, Юлия Тимошенко, залдағыларға һәм видеокамераларға ҡарап,  вердикт менән килешмәүен һәм Европа судына мөрәжәғәт итәсәген белдерҙе. Ул Украиналағы “авторитарлыҡ” һәм “азатлыҡты баҫтырыу”менән көрәшергә саҡырҙы һәм был ҡарарҙың Европа һәм Украина мөнәсәбәттәрен боҙасағы хаҡында әйтте.
 Евроберләшмәһе үҙ фекерен бик тиҙ белдерҙе. Брюссель Киевты, әгәр Тимошенкоға апелляция биреү юлы киҫелһә, “етди эҙемтәләр“буласаҡ, тип ҡурҡытты. “Евроберләшмәһе был ваҡиғаның үҙгәрешһеҙ ҡалыуына бошона,- тиелә Евроберләшмәнең тышҡы политика буйынса Юғары вәкиле Кэтрин Эштон коммюникеһында,- был ассоциация һәм ирекле сауҙа зонаһы хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуға ҡамасаулыҡ итергә мөмкин.”
Печерский суды Киевҡа Рәсәй менән газ дискуссияһында бер ниндәй ҙә аргументтар бирмәйәсәк,- тип белдерҙе үҙ сиратында Дәүләт Думаһының вице- спикеры, Рәсәй газ йәмғиәте президенты Валерий Язов. Хөкөмдө ул көтөлмәгәнсә ҡатытип атаны.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий