вторник, 11 октября 2011 г.

Тимошенко яҡлылар протест белдерә.



 Иртән иртүк Киевта иҫ киткес хәүефһеҙлек саралары күрелә. Хөкөм сығарыр алдынан башында Тимошенко торған “Батькивщина” партияһы “битараф булмаған бөтә граждандарҙы”суд бинаһы алдына йыйылырға саҡырҙы. Һөҙөмтәлә, унда экс- премьер яҡлылар ҙа, уға ҡаршы булғандар ҙа митинг ҡора.
Улар төрлө лозунгылар ҡысҡыра:
”Юлия Тимошенко политик сәбәптәр буйынса төрмәлә. Был политик репрессия. Беҙ бында Юлия Тимошенконы ҡотҡарырға, азатлыҡты яҡларға килдек. Беҙ революцияға әҙер, ҡан ҡойорға әҙер.”
”12 миллион кеше Юлия Тимошенко өсөн тауыш бирҙе, һәм улар бөгөн бында. Бөтә Украинала Юлия Тимошенконы яҡлы акциялар үтә. “
Экс- премьер яҡлылар “Президентҡа импичмент!”һәм “Тимошенконан ҡулығыҙҙы алығыҙ!”кеүек транспаранттар тотоп тора.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий