понедельник, 17 октября 2011 г.

Гилад Шалитты шишәбе көн алмаштыралар.



Израиль һалдаты Гилад Шалиттың иртәгә үк азат ителеүе мөмкин. Мәғлүмәт агенстволары хәбәр итеүенсә (улар һөйләшеү процесына яҡын торған, әммә исеме аталмаған сығанаҡҡа һылтаналар), танкисты палестина тотҡондарына алмаштырыу Мысыр территорияһында буласаҡ.
Ике этапта азат ителәсәк 1027 ир һәм ҡатынды Газа секторында һәм Көнбайыш Ярҙа түҙемһеҙлек менән туғандары һәм яҡындары көтә.
Элекке әсирҙәрҙең ҡайһы берҙәре өйҙәренә ҡайта алмаясаҡ: килешеү шарттары буйынса, уларҙы башҡа илдәргә депортациялаясаҡтар. Мәҫәлән,  16 ғүмерлек срокка хөкөм ителгән Әхләм Тамимиҙы.
“Уның иреккә сығыуына беҙ шатбыҙ, әлбиттә,- ти уның ағаһы.-Бөтә ғаиләбеҙ, бөтә ауыл шатлана, тик шатлыҡ тулы түгел, сөнки уны сит илгә депортациялайҙар.”
Әхләм Тамимиҙы  2001 йылда Иерусалим пиццерияһында шартлау ойоштороуҙа ғәйепле тип табалар. Ул саҡта 15 кеше һәләк була.
Меир Шийвешурдер ул саҡта ата- әсәһен, ағаларын һәм апаһын юғалта. Ул- Израилдең Юғары судына был алмашыуға ҡаршылыҡ белдереп протест ебәреүселәрҙең береһе:
“Юғары суд был аҡылһыҙлыҡты туҡтатыр һәм беҙҙең урамдарға ҡурҡыу, террор ҡайтмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.”
Амнистияға эләккән һәр өсөнсө палестиналы израиллеләрҙе үлтергәне өсөн ғүмерлек йәки бер нисә ғүмерлек срок алған.
Бер нисә йөҙ тотҡон автобустарҙа Израилдең көньяғындағы Негев сүллегендәге төрмәләргә күсерелгән дә инде. Алмаштырыуға ҡамасаулыҡ булмаһын өсөн, армия тулы әҙерлек хәлендә.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий