понедельник, 17 октября 2011 г.

Йәмән: Саналағы демонстрация йәнә ҡан ҡойош менән тамамланды.



Йәмәндең баш ҡалаһы Саналағы хөкүмәткә ҡаршы демонстрация йәнә ҡан ҡойош менән тамамланды.Йәмәндең хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре манифестанттарға ҡаршы ут асты. Биш кеше һәләк булды, тиҫтәнән ашыуы яраланды.
Унда булыусыларҙың һүҙҙәре буйынса, манифестацияла ҡатнашыусыларға өй ҡыйыҡтарында урынлашып алған снайперҙар атҡан.
Халыҡты ҡыуып таратыу өсөн тәртип һағында тороусылар йәш ағыҙғыс газ ҡулланғандар.
Йәмәндә сыуалыштар ғинуарҙан бирле туҡтамай. Уларҙа бер нисә йөҙ кеше һәләк булған. Оппозиция ил менән 33 йыл идара иткән Али Абдалла Салехтың отставкаға китеүен талап итә.
Әлеге мәлдә йәмәнлеләр БМО хәүефһеҙлек Советының президент Салехты властан баш тартырға өндәгән резолюцияһын көтәләр.
Уҙған шәмбелә Салех отставкаға китәсәге хаҡында хәбәр иткәйне, тик ул аныҡ ваҡытын атаманы. Оппозиция был белдереүгә шикләнеп ҡарай.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий