понедельник, 17 октября 2011 г.

Донъя "корпоратив ҡомһоҙлоҡ"ҡа ҡаршы.



Шәмбе көн Токионан Нью- Йоркка ҡәҙәр бөтә донъя буйлап трансконтиненталь ҡаршылыҡ акцияһы үтәсәк. Тиҫтәләгән мең кеше Facebook һәм Twitter биттәрендә үҙҙәренең ҡатнашыуын белдерҙеләр. Донъя финанс системаһы менән риза булмағандар Уолл- стритты ғына түгел, Лондондағы Сити һәм Франкфурттағы Европа Үҙәк банкының штаб- фатирын да оккупацияларға уйлайҙар.
Йома көн Италияның Үҙәк банкы янында палаткалар ҡоролдо. Ә Миланда манифестацияла ҡатнашыусылар илдең ҙур банкы бүлеген йомортҡалар менән бәргеләнеләр. Улар, бурысҡа батып, халыҡты түләргә мәжбүр иткән хөкүмәтте отставкаға ебәреүҙе талап иттеләр.
Афинала бындай лозунгылар күптән яңғырай. Әйтергә кәрәк, йома демонстрацияһы унда апарыу тыныс үтте.
 Парижда ҙур финанс киттары саммиты фонында үтәсәк донъя асыуы шәмбеһе үтә лә хәүефле булыуы бар, тип иҫәпләй Европаның һәм АҠШ-тың хоҡуҡ һаҡлау органдары.
Халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырған осҡон биш ай элек Испанияла башланды. Һуңынан бер нисә американлы Уолл- Стритты оккупацияларға булды. Хәҙер был хәрәкәт ифрат киңәйҙе. Аналитиктәр иҫ киткес берҙәмлек феномены хаҡында һөйләйҙәр: планетаның төрлө мөйөштәрендә йәшәүселәр бер төптән банк хужаларына ҡаршы сыға.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий