вторник, 18 октября 2011 г.

Аббас: палестина халҡы үҙ тарихының ҡара битен япты.



Палестина халҡы “үҙ тарихының ҡара битен япты”: тарҡалыу бөттө. Палестина милли администрацияһы башлығы Мәхмүт Аббас, Каирҙағы ФАТХ һәм ХАМАС араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғанда, ошо хаҡта белдерҙе.
 Аббас ХАМАС-тың Политбюро етәксеһе Халит Машааль, Ғәрәп дәүләттәре Лигаһы председателе һәм Мысыр политиктары алдында “килешеүҙең Палестина территорияһындағы политик хәлдәрҙе генә яйға һалмаясағы,  бөтә Яҡын Көнсығышта ғәҙел тыныслыҡ урынлаштырыуға булышлыҡ итәсәге”хаҡында белдерҙе.
Яуап телмәрендә Халит Машааль” етәкселек иткән хәрәкәтенең берҙән- бер дошманы Израиль” булыуы хаҡында әйтте.
ХАМАС дөйөм милли маҡсатҡа -баш ҡалаһы Иерусалим булған бойондороҡһоҙ дәүләт төҙөүгә үҙ өлөшөн индерергә әҙер.
Килешеүгә ҡул ҡуйылыу тураһында ишеткәс, Палестина халҡы “тарихтарындағы иң мөһим көндө билдәләү өсөн”, Газа секторының һәм Иордандың Көнбайыш яры ҡалаларының йөҙҙәрсә кешеһе урамдарға сыҡты.
ФАТХ һәм ХАМАС лидерҙарының һуңғы осрашыуы 2007 йылдың апрелендә, Газа секторы өҫтөнән ислам хәрәкәтен урынлаштырыуға бер нисә аҙна ҡалғас булғайны.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий