Тотҡонлоҡтан иреккә сыҡҡан
израиль капралы Гилад Шалит Мысырҙың Nile News TV телеканалына интервью бирҙе.
Алып барыусы уның менән ғәрәпсә йәки инглизсә һөйләшеп ҡарарға тырышты, әммә ул
йәһүдсә һөйләшеүҙе хуп күрҙе.
Әңгәмә барышында Шалит үҙен
бик баҫалҡы тотто, әйтеренән алда уйлап, яйлап яуап бирҙе. Быға уның әлегә үҙ
йортонда түгел, ә Мысыр территорияһында булыуы сәбәпсе булғандыр, моғайын.
Шалиттың ҡайһы бер һорауҙарға
яуаптарын бирәбеҙ.
-Әсирлектә үткән көндәрем миңә
бик оҙон тойолдо. Тик мин бер көн килеп иреккә сығыуыма ышана инем.
-Иреккә сығыуым хаҡында бер
аҙна элек хәбәр иттеләр. Азатлыҡҡа табан был берҙән- бер юл икәнлеген һәм ауыр
мәлдәрҙе үтергә тура киләсәген һиҙә инем.
-Израиль һәм ХАМАС араһындағы
тотҡондар менән алмашыу тыныслыҡ булдырыуға ярҙам итер, тип уйлайым. Ике
аралағы хеҙмәттәшлек тығыҙыраҡ була барыр, тип өмөтләнәм.
Copyright © 2011 euronews
Комментариев нет:
Отправить комментарий