вторник, 18 октября 2011 г.

Ливия: Бани-Вәлид баҫып алынған, Сирт ҡына ҡалған.



Милли күсеш советы  көстәренең Бани- Вәлидте алыуын шатланып ҡысҡырып һәм һауаға автоматтарҙан атып байрам иттеләр.
Ливия баш ҡалаһынан көньяҡ- көнсығышҡа табан 150 километр алыҫлыҡтағы был ҡала Каддафиҙың ике бастионының береһе иҫәпләнә ине.
Дүшәмбе көн кис ай ярым ҡамауҙа булған Бани-Вәлид ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе тулыһынса туҡтатты. Ҡала өҫтөндә яңы властың ҡыҙыл- ҡара- йәшел флагтары елберләй. Ҡала халҡы байрамда ҡатнашырға ашыҡмай.
Муаммар Каддафиҙың терәге булып Сирт – Йәмәхириә башлығының тыуған төйәге ҡала. Ливиялағы иң ҙур Варфалла ҡәбиләһе  дүрт тиҫтә йыл буйы Каддафиға тоғро булды.
Милли күсеш советы көстәре ай буйы инде Сиртты ҡамауҙа тоталар. Ҡалаға әленән- әле НАТО авиацияһы бомбалар ырғыта, ракеталар һәм танкылар ут яуҙыра.
Тыныс халыҡ был оҙайлы һәм аяуһыҙ һуғыштың аманаты рәүешендә. Милли күсеш советы һалдаттары һуғыштар барған ҡала ситенә һыу алып килделәр.
Урындағы журналистарҙың һөйләүенсә, ҡалаға бәреп инергә маташыусы һалдаттарҙың бер- береһенә атыу осраҡтары ла булған, сөнки уларҙың бер өлөшө көнбайыштан, Мисурат яғынан һөжүм итә, ә икенселәре көнсығыштан, Бенгази яғынан.
Copyright © 2011 euronews



Комментариев нет:

Отправить комментарий