среда, 19 октября 2011 г.

Кениянан урланып, аманатлыҡҡа алынған француз ҡатыны вафат булған.



1 октябрҙә Кениянан урланған Франция гражданкаһы Мари Дедье вафат булған. Был хаҡта Францияның сит ил эштәре министрлығы хәбәр итте, әммә улар ҡатындың ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа үлеүен аңлатып торманылар.
66 йәшлек ауырыу ҡатын ғәриптәр креслоһынан башҡа йөрөй алмаған һәм һәр ваҡыт дарыу эсеп торорға тейеш булған. Уны Кенияның Манда утрауынан урлаусылар быларҙың береһен дә алмаған. Париж Мари Дедьеның мәйетен биреүҙе һәм территорияһында ул аманат итеп тотолған Кения һәм Сомали властарын енәйәтселәрҙе судҡа биреүҙе талап итә.
Көнбайыш Европа граждандарын урлауға яуап итеп, Кения армияһы уҙған йәкшәмбелә Сомали территорияһына инде. Әлеге мәлдә ғәскәрҙәр илдең көньяғындағы радикаль“Аш-Шабаб” ислам төркөмдәре биләгән зонаға табан йүнәлә.
Тап ошо төркөм Мари Дедьены ғына түгел, кесаҙна көн Дадаа  ҡасаҡтары лагеры янында “Врачи без границ”гуманитар ойошмаһынан ике испан хеҙмәткәрен, шулай уҡ бер ай элек Британия туристарын урлаған тип шикләнәләр.


Дүшәмбе көн “Аш- Шабаб” төркөмө 4 ҡатынды урлауға ҡыҫылыштары булмауын белдерҙе. Уларҙың һүҙе буйынса, Кения хөкүмәте Сомалиға баҫып инер өсөн быны сәбәп итеп алған.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий