среда, 19 октября 2011 г.

Афина төтөн һәм ут эсендә: гректар ҡаты экономия планынан баш тарталар.



Греция парламенты алдындағы ҡаршылыҡ манифестацияһы төтөн һәм ут эсендә барҙы. Тыныс ҡына башланған акция аяуһыҙ бәрелеш менән тамамланды. Демонстрацияла ҡатнашыусылар полиция хеҙмәткәрҙәрен таштар һәм яныусы матдәләр һалынған шешәләр менән бәргеләне. Тәртип һағында тороусылар иһә тауышлы гранаталар, йәш ағыҙыусы газ һәм резина пулялар ҡулланды.
Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың ҡыҫымы аҫтында полиция парламент бинаһы ишеге төбөнә ҡәҙәр үк сигенергә мәжбүр булды.
Шаршамбы көн иртән 70 мең самаһы кеше Греция баш ҡалаһының Синтагма майҙанындағы парламент бинаһы алдына йыйылды. Улар хөкүмәттең парламент аша яңы ҡаты экономия саралары пакетын үткәрергә ниәтләүенә ҡаршы сыҡты.
Шунһыҙ Грецияға кредиттарҙың алтынсы траншын күсермәйәсәктәр, ә был илгә дефолт менән янай.
Закон проектын парламент ҡарай, тауыш биреү кесаҙна көнгә тәғәйенләнгән. Ул бөтә илде ялмап алған дөйөм забастовка фонында үтәсәк.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий