среда, 19 октября 2011 г.

Англия: Дейл- фармдағы сиған таборы емертелә башланды.


 Таң менән Үҙәк Англиялағы Дейл-фармдағы сиған таборына көсәйтелгән полиция наряды һәм суд ҡарарын бойомға ашырыусылар килде. Басилдон поселогы янындағы күсмә ирланд сиғандары лагерын ҡутарыу барышында хоҡуҡ һаҡлап көстәре һәм урындағы халыҡ араһында бәрелештәр башланды.
Полиция ярҙамында суд ҡарарын үтәүселәр һәм экскаваторҙар ҡоролмаларҙы емерә башланы, таборҙың ҡайһы бер урындарында янғын сыҡты. Лагерҙа электр уты өҙөлдө.
”Унда ҡыҙым ике бәләкәй генә ҡыҙы менән... Мин нимә эшләргә лә белмәйем. Унда хәҙер полиция китте,-”тип илай Дейл- фармда йәшәүсе ҡатын.
Таборҙы юҡҡа сығарыу суд ҡарары буйынса эшләнә.  Ул ҡарарҙа әйтелгәнсә, ике тиҫтә йыл буйы 200 кеше йәшәгән был сиған лагеры төҙөлөш рөхсәт ителмәгән урынға һалынған.
Дейл- фармда йәшәүселәр, төрлө инстанциялар буйынса йөрөп, был ҡарар менән килешмәүҙәрен белдерҙеләр, әммә аппеляцияға рөхсәт ала алманылар. Лондондан 40 километрҙа ятҡан Басилдон муниципалитеты лагерҙа йәшәүселәргә даими торлаҡ тәҡдим итте, тик улар, күсмә тормошҡа тоғро ҡалып, бынан баш тартты.
Әлеге сәғәттә операция дауам итә. Һөҙөмтәлә, бер кеше яраланған, берәүһе ҡулға алынған. Шаһиттарҙың хәбәр итеүенсә, сыуалыштар полицияның “Тазерҙар”-электрошок пистолеттары ҡулланыуынан һуң башланған.
Дейл- фармда йәшәүселәр байтаҡ билдәле кешеләрҙең таянысын тойған, улар араһында актриса Ванесса Редгрейв та бар.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий