четверг, 20 октября 2011 г.

Бангкок һыу аҫтында ҡала.



Таиландтағы һыу баҫыуҙы илдең премьер- министры Йинглук Шинаватра “милли һәләкәт”тип атаны, властарҙың илдең баш ҡалаһы Бангкокты стихиянан һаҡлай алмауын таныны.
 Иҫ киткес ҙур көс түгеп 12 миллионлы ҡаланың үҙәген һәм король һарайын һаҡлап ҡалдылар.
Күп һанлы дамбалар төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, Бангкоктың тотош кварталдары һыу аҫтында ҡалды, ә һыу һаман арта бара.
”Ҡом һалынған тоҡтарҙан торған быуабыҙ һыу баҫымына сыҙай алманы. Хәҙер һыу аҫҡы өлөштәге кварталдарға уҡталасаҡ инде.”
Илдең үҙәк райондары яғынан ағып килгән ташҡын һыу үткәреү станцияһы каналынан ашып сыҡҡас, Бангкок урамдарына ябырылды. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә эвакуация иғлан ителде.
Был һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендәге иң көслө һыу баҫыу . 320 кеше уның ҡорбаны булды, 3 кеше хәбәрһеҙ юғалды.



Тай оппозицияһы, ғәҙәттән тыш хәл режимын индеререп,  тәбиғәт ҡазаһы менән көрәшкә армияны йәлеп итеү талабын ҡуйҙы, тик властар бындай сараларҙан баш тартты.
 

Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий