Таиландтың баш ҡалаһында һыу кимәле үҫеүен дауам итә. Чао Прая йылғаһында ял көндәрендә ул ҡәҙимге кимәленән 2.65 метға юғарыраҡ булды. Таиландта был ярты быуат эсендәге иң ҙур һыу баҫыу. 400 самаһы кеше һәләк булды. Тиҫтәләрсә предприятиелар эштән туҡтаны.
Властар Бангкоктың тағы өс районынан халыҡты күсерергә булдылар.
”Аҙна буйы ҡаланы баҫып килгән һыуҙы туҡтатырға тырышыу үҙенең һөҙөмтәһен бирергә тейеш һымаҡ. Тик һыуҙың кимәле артҡандан –арта, яңылыҡтарҙа ул артабан да күтәрелергә мөмкин тиҙәр, шуға мин бынан китергә булдым,-”тиҙәр күптәр.
Халыҡ хәүефле урындарҙан күсә алһын өсөн, кесаҙнанан дүшәмбегә саҡлы көндәрҙә кешеләр эштән бушатылды. Тик күсенеүҙәр траспорт эшендәге өҙөклөктәр менән ҡатмарлана, тәбиғәт ҡазаһы арҡаһында байтаҡ поездар һәм автобустар йөрөмәй, магистралдәрҙә тығындар барлыҡҡа килә. Таиландың төп халыҡ- ара аэропорты иһә эшләй, шуға күрә сит ил туристары өйҙәренә ҡайта ала.
Баш ҡалала ҡалған халыҡ һәм хәрби подразделениелар һыуға ҡаршы яңы ҡоролмалар төҙөйҙәр һәм иҫкеләрен нығыталар.
Copyright © 2011 euronews
Комментариев нет:
Отправить комментарий