среда, 5 октября 2011 г.

Таиланд: һыу донъя ҡомартҡыһына янай.



Һуңғы  йылдарҙағы иң ҙур һыу баҫыу Таиландтың 77 провинцияһының 58-енә зыян килтерҙе һәм ике ай эсендә 237 кешенең ғүмерен өҙҙө.
Бик күп тарихи һәм культура ҡомартҡылары һыу аҫтында ҡалды,  шулар араһында ЮНЕСКО- ның донъя ҡомартҡылары исемлегендә тәүге урында торған Аютия ҡалаһының боронғо ғибәҙәтханаһы ла бар.
Бөтә донъя туристарын йәлеп иткән Чай Ватханарам  ғибәҙәтханалар комплексы, һыу бер нисә метрға күтәрелгәс, ябылған.
“Хәлдәр бик етди тора. Элегерәк тәбиғәттең көйһөҙлөгөн беҙ еңә торғайныҡ, ә хәҙерге һыу баҫымының көсө дамбаларҙы ла емерҙе. Ғибәҙәтхананы һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ, сөнки ул бит донъя ҡомартҡыһы,-”тип әйтте Аютхай провинцияһы губернаторы урынбаҫары.
Урындағы властар Чао Прайя йылғаһынан ситтәрәк торған иң боронғо ҡаланы һыу баҫыуҙан йолоп ҡалырға тырышалар.
 Һыу туристарҙың тағы ла бер яратҡан урыны- илдең төньяғындағы боронғо Чианг Май ҡалаһына янай, Бангкоктың баш ҡалаһына ла яҡыная.
Уҙған аҙнала Таиланд хөкүмәте бәләгә ҡалыусы провинцияларға ярҙамға 10 мең хәрби, 500 йөк машинаһы һәм 100 катер ебәрҙе. Илдең бер нисә миллион халҡы һыу баҫыуҙан зыян күргән. Синоптиктар ноябрь башына ҡәҙәр көслө ямғырҙар вәғәҙә итә.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий