Ҡала көнөн Грозныйҙа олонан
алдырып байрам иттеләр. Байрам Чечен Республикаһының башлығы Рамзан Кадыровтың
тыуған көнө менән тап килде һәм ул уның үҙәгендә булды. Әйтергә кәрәк, ул үҙ
байрамын үткәреүҙе тыйҙы.
Яңы ғына асылған, тәҙрәләренән
Европалағы иң ҙур мәсет күренеп торған “Грозный-
сити”байрам сараларының үҙәге булды.
Күңел асыу өсөн бер нисә сәбәп
булған был байрамда актерҙар Жан Клод Ван Дамм һәм Хиллари Суонк, рәсәй
артистары Сергей Безруков һәм Игорь Верник, режиссер Федор Бондарчук булды. Бында
килеүселәрҙе сәхнәнән София Ротару, Ванеэсса Мэй һәм инглиз йырсыһы Сил
ҡотланы.
Журналистар “быларҙың барыһына
ла ҡайҙан аҡса табаһығыҙ”, тип ҡыҙыҡһынғас, Ҡадыров: “Аллаһ бирә,”- тип яуар
ҡайтарҙы.
Copyright © 2011 euronews
Комментариев нет:
Отправить комментарий