четверг, 6 октября 2011 г.

Италияның киң мәғлүмәт саралары һәм интернет- ресурстары өсөн “келәп законы”.



Википедияның италия версияһын шаршамбы көн ҡулланыусылар ала алманы. Ошо рәүешле популяр интернет- ресурстарҙың береһе һүҙ азатлығы һәм киң мәғлүмәт саралары иркенә ҡул һуҙған Берлускони хөкүмәтенең сираттағы закон проектына ҡаршы сыҡты.
Белгестәрҙең уйынса, төрлө суд эштәре күбәйеп киткән ваҡытта, парламент ҡарамағына тапшырылған документтың маҡсаты- матбуғатҡа һәм киң мәғлүмәт сараларына Сильвио Берлускони һәм уның тирәһендәгеләрҙең телефон аша һөйләшеү стенограммаларын илгә фаш итмәү.
Закон проектының бер статьяһы буйынса, ҡулланыусыларҙан ялыу килһә, ике тәүлек эсендә интернет- ресурстар материалдарҙы кире ҡағырға тейеш була.
Әгәр был закон ҡабул ителһә, интернет- ресурстар эшләй алмаясаҡ, тип иҫәпләй Википедияны төҙөүселәр.
Рим үҙәгендә шаршамбы ҡаршылыҡ акцияһы үтте. “Киң мәғлүмәт саралары былай ҙа бер яҡлы була бара. Матуғатты ирекле итер урынға беҙ артабан цензураға табан атлайбыҙ,-”тиҙәр манифестацияла ҡатнашыусылар.
Парламенттың түбәнге палатаһы ҡарамағына тапшырылған закон проекты буйынса тауыш биреүҙәр киләһе аҙнала буласаҡ. Уны Италияның киң мәғлүмәт саралары “келәп законы” тип атаны.
Copyright © 2011 euronews


Комментариев нет:

Отправить комментарий