четверг, 6 октября 2011 г.

Десмонд Туту: “Эй, мистер Зума, һеҙҙең хөкүмәтегеҙ апартеид заманынан да насарыраҡ!”



 Көньяҡ Африка Республикаһы властарының Далай- ламаға виза бирмәүе илдә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Джейкоб Зума хөкүмәтен БРИКС буйынса партнерҙары- Ҡытайҙың баҫымына бирешеүҙә ғәйепләйҙәр.

Формаль рәүештә КАР сит ил эштәре министрлығында үтенесте кире ҡаҡмайҙар. Рәсми белдереүҙә документтарҙы ике аҙна элек кенә алыуҙары, ә виза мәсьәләһе ике айға һуҙылыуға һылтаналар. Әммә буддистар башлығы визит яһауҙан баш тартҡан инде.
Далай- лама сәфәрен Нобель лауреаты епископ Десмонд Тутуҙың тыуған көнөнә тап килтерергә иҫәп тотҡан . Ә уның әйтеүенсә, документтар йәй үк тапшырылған булған, шуға күрә ул асыуын йәшермәй:
“Был хөкүмәт, беҙҙең хөкүмәт, апартеид заманынан да үҙен насар тота! Беҙҙең хөкүмәт минең мәнфәғәттәрҙе күҙәтәме? Ысынында бит улар Ҡытай йәберләгән тибетлеләрҙе яҡлауҙан баш тарта.
Эй, мистер Зума, һеҙ һәм һеҙҙең хөкүмәтегеҙ минең хаҡта түгел, үҙегеҙҙең хаҡта уйлайһығыҙ!”
Һуңғы тапҡыр Далай- лама Көньяҡ Африка Республикаһында элекке президент Нельсон Мандела саҡырыуы буйынса булғайны. Ике йыл элек тә уның визиты футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлек барыуға һылтанып туҡтатылды.
Copyright © 2011 euronews



Комментариев нет:

Отправить комментарий