пятница, 7 октября 2011 г.

Грек демонстранттары: “Германия Греция менән идара итә.”



Афинала кесаҙна көн Германия илселеге бинаһы алдында костюмлы ҡаршылыҡ акцияһы үтте. Ангела Меркель хөкүмәтенең банкротлыҡ сигендә торған Грецияға ҡарата ҡаты позицияла тороуы манифестацияла ҡатнашыусыларҙың иҫенә Икенсе донъя һуғышын хәтерләтте.
“Германия Греция менән идара итә,- тип зарлана демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың береһе.-Беҙҙең ата- бабалар илебеҙҙе һаҡлап немецтар менән һуғышҡан. Ә хәҙер немецтар юҡ ҡына хаҡҡа Грециялағы бөтә нәмәне һатып ала. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ илебеҙҙе һатабыҙ. Быларға тәүәккәл рәүештә “юҡ” тип әйтер өсөн килдек беҙ бөгөн.”
Сентябрь- октябрҙә, 110 миллиард евро ярҙам алыу өсөн, Греция бюджет программаһына ярашлы өҫтәмә рәүештә ҡаты экономия сараларын әҙерләргә мәжбүр булды.
Манифестациялар Германия финанс министры Филипп Рослерҙың визитына тап килтереп ойошторолдо. Ул Афинаға грек экономикаһына инвестициялар эшләргә йыйынған немец эшҡыуарҙары оҙатыуында килде.
Copyright © 2011 euronews



Комментариев нет:

Отправить комментарий