пятница, 7 октября 2011 г.

Чили студенттары бирешмәй.



Сантьяголағы Чили студенттарының манифестацияһы полиция менән ҡаты бәрелештәргә тиклем барып етте. Вәкилдәре менән властар араһында диалог килеп сыҡмауы хаҡында ишеткәс, улар урамдарға сыҡты. Хоҡуҡ һағында тороусылар студенттарға ҡаршы һыу атҡыстар һәм йәш ағыҙыусы газ ҡулланды. Манифестацияла ҡатнашыусылар иһә полицейскийҙарҙы таяҡтар һәм таштар менән бәргеләне.
Ҡайһы бер урындарҙа студенттар баррикадалар төҙөнө һәм юлдарҙа автомобиль покрышкаларын яндырҙы. Солғаныштар барышында 8 кеше яраланды: манифестацияла ҡатнашыусылар, полицейскийҙар һәм бер Чили журналисы. Акцияла ҡатнашыусы 30 кеше ҡулға алынды.
Чилиҙа студенттарҙың ҡаршылыҡ акциялары июндән бирле бара. Һәр кемдең белем алырға хоҡуғы бар, тип иҫәпләй унда ҡатнашыусылар. Чили халҡының күпселеге студенттар яғында. Ташламалар яһауға бармаған президенттың рейтингы бик түбәнәйҙе.
Copyright © 2011 euronews

Комментариев нет:

Отправить комментарий