понедельник, 31 октября 2011 г.

Палестина ЮНЕСКО-ға инде.


Палестина автономияһы бөгөн ЮНЕСКО ағзаһы итеп ҡабул ителде. Был ҡарарҙы Палестина дәүләтселеген таныу юлындағы тәүге аҙым һәм Яҡын Көнсығышта тыныслыҡ урынлаштырыуға етди кәртә тип атанылар.

Палестинаның культура мәсьәләләре буйынса БМО- ла ағза булып тороуына ҡаршы АҠШ, Канада һәм Германия тауыш бирҙе. Бөйөк Британия тауыш бирмәй ҡалды. Франция һәм БРИКС илдәре, улар араһында Рәсәй ҙә бар, Палестинаның заявкаһын хупланылар.

23 сентябрҙә, Мәхмүт Аббас БМО-ға тулы хоҡуҡлы ағза булып инергә заявка биргәндән һуң, Палестина ЮНЕСКО-ға инеүҙе һораны һәм теләгенә иреште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий