понедельник, 31 октября 2011 г.

Ғәрәп илдәре лигаһы Дамаскынан яуап көтә.


Ғәрәп дәүләттәре лигаһының илдә көс ҡулланыуҙы туҡтатыу талабына Сүриә властарының яуабы ниндәй буласаҡ? Йәкшәмбелә Катарҙағы осрашыуҙа ойошма ағзалары Дамаскыға тәҡдимдәр пакетын әҙерләне. Урамдарҙан хәрбиҙәрҙе алыу, оппозиция менән һөйләшеүҙәр башлау- бына уларҙың иң мөһимдәре.

“Евроньюс”хәбәрсеһе Маха Барада Доханан хәбәр итә:

“Сүриәнең яуабы илдең ҡайһы юл менән китәсәген билдәләйәсәк. Әммә тағы бер һорау борсой- Дамаск кире яуап бирһә, нимә буласаҡ?”

“Ғәрәп дәүләттәре лигаһы мәсьәләләрҙең ил эсендә хәл ителеүе яҡлы,- ти Катарҙың премьер- министры Хамат бин Джассим.- Беҙ ситтәрҙең ҡыҫылыуына һәм хәрби интервецияға ҡаршы.”

Элегерәк Британия гәзитенә биргән интервьюһында Башар Асад Көнбайыштың уның иленең эштәренә ҡыҫылыуы бөтә Яҡын Көнсығышҡа ҡағылған тетрәндергес ваҡиғаларға килтереүе ихтималлығы хаҡында белдергәйне.

Хөкүмәткә ҡаршы сығыштар Сүриәлә һигеҙенсе ай туҡтамай. Оппозиция һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар белдереүенсә, ҡаршылыҡ акцияларын баҫтырыу барышында 3 000 тирәһе кеше һәләк булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий