понедельник, 31 октября 2011 г.

Оппозиция Ҡырғыҙыстан власын һайлауҙарҙы ғәҙел үткәрмәүҙә ғәйепләй.


Ҡырғыҙстанда һайлау участкалары ябылды. Йәкшәмбе көн республика граждандары 16 кандидат араһынан президент һайланылар , уларҙың бөтәһенә ҡаршы тауыш бирергә лә хоҡуҡтары бар ине. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, граждандарҙың 50 % cамаһы тауыш биргән. Еңеүсегә һайлаусыларҙың яртыһынан күберәге тауыш бирергә тейеш, юғиһә икенсе тур үткәрелә.

Бишкекта беренселәрҙән булып парламенттың элекке спикеры һәм “Бөтөн Ҡырғыҙстан” партияһы башлығы Адахан Мадумаров тауыш бирҙе. Ул, оппозицияның башҡа кандидаттары һымаҡ, был һайлауҙы “беспредел”тип атаны, сөнки, уның уйынса, бик күп ғәҙелһеҙлектәргә юл ҡуйылған.

Алмазбек Атамбаев, илдең әлеге премьер- министры, фаворит булып иҫәпләнә. Ул һайлау кампанияһы барышында “административ ресурстарҙы” ҡулланыуы хаҡындағы үҙ адресына ташланған бөтә ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаҡты.

Ҡырғыҙстандың әлеге президенты Роза Отунбаева президентлыҡ посына үҙ кандидатураһын ҡуйманы- яңы Конституция буйынса, дәүләт башлығы бер срокка ғына һайлана ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий