Шәмбе көн АҠШ- тың төньяҡ- көнсығышында ныҡ ҡар яуҙы. Ул Нью- Йоркты ла урап үтмәне. Мегаполис өсөн октябрҙә ҡар яуыу- ғәҙәттән тыш хәл. “Уолл-стритты баҫып ал”хәрәкәте өсөн ул ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра- көн элгәре генә ҡала мэры, янғын хәүефһеҙлегенә һылтанып, манифестацияла ҡатнашыусыларҙан 6 генератор һәм яғыулыҡты тартып алырға ҡушты.
“Бындай тактиканы күберәк ҡулланған һайын, кешеләр яуап саралары эҙләп табасаҡ. Был хәлдән сығыу юлын мотлаҡ табасаҡбыҙ,-”ти демонстрацияла ҡатнашыусы.
“Уолл-стритты баҫып ал”хәрәкәтендә ҡатнашыусылар айҙан ашыу инде Манхэттендың көньяғындағы Зукотти паркында палаткаларҙан торған ҡаласыҡта йәшәй һәм ҡаршылыҡ акцияһы урынынан китергә йыйынмай..
Комментариев нет:
Отправить комментарий