среда, 16 ноября 2011 г.

Ҡытай: Ай Вейвей һалым хеҙмәтенә 8 миллион залог индергән.


Һалым инспекцияһының ҡаҙнаға астрономик штраф түләргә талап итеүенә Ҡытай диссиденты Ай Вейвей яңы провокация менән яуап бирҙе. Youtube интернет сайтында видеоролик барлыҡҡа килде. Унда Вейвей Ҡытай диссиденттары йырын башҡара.

Билдәле рәссам һәм архитектор Ай Вейвей яҡлылар бөтә Ҡытай буйлап уның өсөн аҡса йыя. Аҡсалы конверттарҙы, чектарҙы Айвейҙың ишек төбөнә ырғытып китәләр. Был уға һалым хеҙмәте ҡарарына апелляция биреү эшен дауам итеү өсөн шишәмбе көн 8 миллион юань (930 мең евро) залог индерергә мөмкинлек бирҙе.

15 ноябргә ҡәҙәр рәссам һалым түләмәгәне өсөн 15 миллион юань штраф түләргә тейеш булған. Штраф Вейвейҙың ҡатынының компанияһындағы эшмәкәрлеге менән бәйле. Властарҙың уйынса, фирманы рәссам- диссидент контролдә тота. Үҙенең әйтеүенсә, ул унда ябай дизайнер булып эшләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий