среда, 16 ноября 2011 г.

Испания. Экономия саралары ғүмерегеҙ өсөн ҡурҡыныс.

Испанияның медицина хеҙмәткәрҙәре һаулыҡ һаҡлауға бүленгән бюджеттың ҡыҫҡартылыуына ҡаршы забастовка башланылар. Аҡ кейемдәге демонстрацияла ҡатнашыусылар, урамдағы автомобиль хәрәкәтен ябып, Барселонаның төп хәстәханаһы алдына йыйылды.

Медиктарҙың раҫлауынса, июндән алып Каталонияла ғына хәстәханаларҙа койкалар һаны 3 меңгә ҡыҫҡартылған, операция бүлмәләренең 40 проценты эшләмәй.

Ҡаты экономия саралары арҡаһында ауырыуҙар иң кәрәкле медицина ярҙамын ала алмай.

Наталья Фуэрте ике ай элек әсәһен юғалтҡан, сөнки дүрт хәстәханала ла, урындар булмағанлыҡтан, уларҙы ҡабул итмәгәндәр.

“Элек ярҙам күрһәтеү ойошторолған операция бүмәләренең ҡыҫҡартылыуы арҡаһында килеп сыҡты был. Операция бүлмәләре ябыҡ, финанслау кәметелеү арҡаһында кешеләр әрәм була,-”ти Наталья Фуэрте.

Әлеге ҡаршылыҡ акцияһы 20 ноябрҙә үтәсәк парламент һайлауҙары алдынан уҙғарыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы акцияны Каталонияның һаулыҡ һаҡлау министрлығы бинаһы алдында дауам итергә йыйына.

Комментариев нет:

Отправить комментарий