среда, 16 ноября 2011 г.

Сүриәлә Хәрби һауа көстәренең разведка биналарын утҡа тотҡандар.


Сүриәлә Дамаск ситендәге Хәрби һауа көстәренең разведка биналарына һөжүм иткәндәр. Уны пулеметтан һәм гранатометтан утҡа тотҡандар, зыян күреүселәр хаҡында хәбәрҙәр юҡ. Көнбайыш мәғлүмәт агенстволары, Сүриә оппозицияһы мәғлүмәттәренә һылтанып, атаканы Сүриә армияһы дезертиҙары ойошторған, тип бара. Нисек кенә булмаһын, 8 айға һуҙылған конфликт осоронда бындай һөжүм тәүге тапҡыр булды.

Төркиәнең премьер- министры Рәжәп Тайып Эрдоган Сүриә властарын ҡырҡа тәнҡитләп сыҡты. Анкара, уның һүҙҙәре буйынса, Дамаскыға ышанысын юғалтҡан. Ике ил араһындағы байтаҡ уртаҡ проекттар Төркиә инициативаһы буйынса туҡтатылған, ҡасандыр бик тығыҙ булған бәйләнештәр өҙөлгән.

“Мин Башар Асадҡа шуны әйтер инем: киләсәкте ҡыйырһытылғандарҙың ҡаны өҫтөндә төҙөп булмай. Тарих ундай башлыҡтарҙы ҡан эскестәр рәүешендә хәтерләй”,-тип белдерҙе Эрдоган.

Сүриә оппозицияһы вәкилдәре Рәсәйгә килделәр. Мәскәүҙә Башар Асадты отставкаға ебәрергә саҡырыуҙы, санкциялар индереүҙе һәм бигерәк тә көс ҡулланыуҙы хупламайҙар. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй ныҡышмалы рәүештә Дамаскыны Ғәрәп дәүләттәре лигаһының тыныслыҡ инициативаһына ҡушылырға өндәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий