вторник, 1 ноября 2011 г.

Греция Европа ярҙамынан баш тартыуы ихтимал.


Һуңғы ЕС саммитында ҡаралған ярҙамды ҡабул итеү- итмәү мәсьәләһен гректар референдумда үҙҙәре хәл итәсәк. Грецияның премьер- министры Георгиос Папандреу хәбәр итеүенсә, ЕС тарафынан бирелгән финанс ярҙамы пакеты буйынса илдә тауыш биреү ҡараласаҡ:

“Был демократияның юғары формаһы, патриотизмдың бөйөк мәле, сөнки ҡарарҙы халыҡ ҡабул итә, хәл иткес һүҙҙе халыҡ әйтә.”

Греция премьеры референдум менән бергә парламент депутаттарына хөкүмәткә ышаныс белдереү буйынса ла тауыш бирергә тәҡдим иткән. Был мәсьәлә буйынса һөйләшеүҙәр бөгөн үк башланасаҡ, ә тауыш биреү аҙна аҙғында буласаҡ.

Уҙған аҙнала ЕС лидерҙары шәхси кредиторҙар менән Греция бурысының 50 процентҡа ҡәҙәрен иҫәптән сығарыу хаҡында килешкән һәм, ҡаты экономия сараларын үткәргән сүрәттә, Афинаға йәнә 100 миллиард кредит бирергә булған. Әммә, һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, гректарҙың 60 % cамаһы был килешеү шарттары менән риза түгел.

Комментариев нет:

Отправить комментарий