ЮНЕСКО-ның Палестинаны мәғариф, фән һәм культура мәсьәләләре буйынса БМО-ның 195-се ағзаһы итеп алыуҙы палестиналылар шатланып ҡабул итте. АҠШ, Израиль һәм ҡайһы бер Европа дәүләттәренең әүҙем ҡаршылығына ҡарамаҫтан, палестиналылар уны һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендәге иң мөһим ваҡиға тип иҫәпләйҙәр:
“Был рухи еңеү. Был ҡарар Палестинаға азатлыҡ бирмәйәсәк, әлбиттә, әммә ул донъя картаһында күренәсәк, ә иң мөһиме Европа илдәре һәм АҠШ араһына шына ҡағылды.”
АҠШ ЮНЕСКО-ны финанслауҙы туҡтатасағы хаҡында белдерҙе лә инде. 1990 йылда уҡ ҡабул ителгән закон буйынса, палестиналыларҙы үҙ рәтенә алған БМО-ның теләһә ниндәй структураһына Вашингтон ярҙамды туҡтата ала.
“Бында иң көйөндөргәне шул: ябай палестиналылар өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. ЮНЕСКО- лағы хәлдәр уларҙың тормошон яҡшыртмаясаҡ,-”тип белдерҙе АҠШ-тың дәүләт департаменты вәкиле Виктория Нюланд.
ЮНЕСКО-ның 107 ил- ағзаһы, Рәсәйҙе лә индереп, Палестинаны ҡабул итеү яҡлы, ә 14 ил, улар иҫәбендә АҠШ менән Израиль дә бар, ҡаршы булды. Һуңғыларының вәкилдәре Палестина дәүләтенең туранан- тура һөйләшеп килешеүҙәр нәтижәһендә генә барлыҡҡа килә аласағы тураһында белдерәләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий