вторник, 1 ноября 2011 г.

Өшөгәндәрҙе аяҡтары ҡотҡара.


”Уолл- стритты баҫып ал!”хәрәкәте ағзалары яңы ғына бензин генераторҙарҙан һәм йылытҡыстарҙан ҡолаҡ ҡаҡты. Уларҙы Нью-Йорктың янғын һағы хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек сараларын үтәү һылтауы менән тартып алды.

Ярлы хәйлә уйлап табыуға маһир, хәҙер Түбәнге Манхэттендың Дзукотти паркында барлыҡҡа килгән лагерь өсөн электр утын велосипедтар бирә- әйләнеп тороусы сылбыр генераторға тоташа.

“Полиция һәм янғын һағында тороусылар генераторҙы конфискациялағас, беҙ “Бостонды баҫып ал” хәрәкәтендәге көрәштәштәребеҙгә мөрәжәғәт иттек, һәм улар беҙгә ошо ҡоролманы эшләп бирҙе”,-ти лагерҙа йәшәүсе.

АҠШ-тың көнсығыш яр буйҙарында октябрь аҙағы һалҡын булды, шуға күрә уйлап табылған был ҡоролманың файҙаһы үтә лә ҙур. Педаль әйләндереүселәргә ҡытлыҡ юҡ, донъя байлыҡтарын ғәҙел бүлеүгә тауыш биреүҙе хәҙер ысын мәғәнәһендә аяҡтар ярҙамында эшләргә мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий