Сүриә властары Ғәрәп дәүләттәре Лигаһының илдәге хәлдәрҙе яйға һалыу буйынса инициативаһына бөгөн тулы яуап бирергә вәғәҙә итә. Сүриә сит ил эштәре министрлығы етәксеһе Ҡаһирәлә Ғәрәп дәүләттәре Лигаһының сираттан тыш осрашыуында сығыш яһаясаҡ.
Ошо көндәрҙә, хәбәр итеүҙәренсә, Сүриә хөкүмәте һәм Лига вәкилдәре араһындағы һөйләшеүҙәр уңышлы тамамланған.
Ике аҙна элек ғәрәп илдәре берләшмәһе биш яҡлы комитет төҙөнө. Ул Сүриә властары менән оппозиция араһында һөйләшеүҙәр башлау өсөн шарттар булдырыуҙа, ә иң мөһиме кисекмәҫтән көс ҡулланыуҙы туҡтатыу һәм илдә социаль һәм политик реформаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә тейеш. Комитет үҙ миссияһын атҡарып сыға алмаған хәлдә, илдәге хәлдәргә сит илдәрҙең барып ҡыҫылыуы ла ихтимал, тип иҫәпләй Лига.
Һүҙ тыныс оппозицияны баҫтырыу хаҡында түгел, ә сит илдәрҙән ярҙам алып торған ҡораллы экстремистар менән көрәш хаҡында бара, тип аңлата Дамаск һәм Көнбайыштың киң мәғлүмәт саралары ваҡиғаларҙы боҙоп күрһәтеүен билдәләй.
БМО мәғлүмәттәре буйынса, ҡаршылыҡ акцияларында һуңғы айҙарҙа ике яҡтан 3 меңдән ашыу кеше һәләк булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий