среда, 2 ноября 2011 г.

”Папандреу “армия тылын ”нығытамы?


Грек трагедияһында власть символы идара итеү рычагын юғалта бара. Төндә кабинет референдум идеяһын хупланы. Аналитиктар уйынса, ҡыҫҡа ваҡытлы тынлыҡтан һуң, йәнә дауыл ҡубыуы ихтимал.

Георгиос Папандреуҙы үҙ лагерындағылар ҙа аңлай алмай. Милена Апостолаки отставкаға киткәндән һуң, идара итеүсе ПАСОК партияһының парламентта өҫтөнлөгө ике тауышҡа ғына ҡалды. Ә партиялағы бер нисә кеше асыҡ хат менән премьерҙан посын ҡалдырыуын талап итте.

Бөтә фронттар буйынса юғалтыуҙарға дусар булған Папандреу армияла үҙ позицияларын нығытырға уйлағандыр, моғайын: шишәмбе көн юғары хәрби кадрҙар составы башлыса үҙгәртелде.

Оппозиция быны “хөкүмәттең демократик булмаған акты”тип атаны һәм яңы ғына тәғәйенләнгән “хәрби лоялистар”ҙы таныуҙан баш тартты.

euronews: 10 лет на русском

Комментариев нет:

Отправить комментарий