Быйыл Гонкуров премияһы “Францияның һуғыш сәнғәте” романы өсөн Алексис Женниға бирелгән. Француз телле авторҙарҙың престижлы конкурс жюрийы шаршамбы көн үҙенең ҡарарын белдерҙе. Ул ун академиктың тауыш биреүенә нигеҙләнеп хәл ителде- биш академик Женниҙың тарихи романын хуп күрҙе.
Авторға 48 йәш, ул Лионда йәшәй һәм биологиянан уҡыта. Китапты ул 5 йыл эсендә яҙған. Әҫәр XX быуатта Франция алып барған хәрби кампанияларға бағышланған. Женниҙы“кеше эшмәкәрлеге булараҡ һуғыш”һәм француз колонияларындағы тормош ҡыҙыҡһындыра икән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий